-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 11:30

Күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үтте

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров Туймазыла “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул муниципалитет биләмәһендә етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналды.

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров Туймазыла “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул муниципалитет биләмәһендә етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналды.
– Әлеге эш сәфәре барышында ҡайһы бер предприятие етәкселәре менән аралаштым. Уларҙың күбеһе сәнәғәткә ярҙам саралары тураһында бик аҙ хәбәрҙар. Беҙгә ошо йәһәттән бизнес менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәреү практикаһын дауам итеү тәҡдимен индерҙе.
Кәңәшмә башында сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев 2020 йылдың дүрт айында тармаҡтағы төп эш йомғаҡтары менән таныштырҙы. “Нефтемашавтоматика” предприятиеһының генераль директоры Станислав Ғәйнетдинов нефть һәм газ ҡорамалдарын проектлау, етештереү, хеҙмәтләндереү буйынса ҡеүәтте киңәйтеү тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем биреү мөмкинлеген тикшерҙе.
Туймазылағы тағы ла бер предприятие “Риапласт” етештереүҙе арттырырға ниәтләй. Ул йомшаҡ контейнерҙар, геосинтетик материалдар сығара. Яңы етештереү цехы төҙөү өсөн майҙансыҡ кәрәк. Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, муниципалитет ҡала эсендә ер бүлергә әҙер, тип хәбәр итте.
Юл төҙөлөшө өсөн геосинтетик материалдар етештергән “Геолайн” компанияһы етәксеһе Альберт Ҡорбанов сеймал һатып алыу өсөн аҡса етмәүгә зарланды. Предприятие сығарған продукцияны сит илдәрҙә лә һорайҙар. Шул уҡ ваҡытта республика подрядсылары башҡа төбәктәрҙән килтерелгән материалдарҙы файҙалана, уларҙы ташыған өсөн өҫтәмә хаҡ түләй. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына конкурентлыҡ ҡеүәһе буйынса урындағы предприятиеның тәҡдимен һәм юл һалғанда, капиталь төҙөкләндергәндә уның материалдарын файҙаланыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә йыһаз етештереүҙе үҫтереү өсөн ер бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Проектты “Корона” йәмғиәте тормошҡа ашырырға ниәтләй. Инвестиция күләме 200 миллион һум самаһы тәшкил итә. Ул Туймазы районында йыһаз кластерын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес бирәсәк.
Республика Башлығы Хөкүмәткә муниципалитет менән берлектә проектҡа булышлыҡ итергә ҡушты.
– Иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҙур, заманса предприятиеның үҫеүе ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәктә Туймазы кластеры нигеҙендә ҙур заказсылар, шул иҫәптән медицина, мәғариф, спорт йүнәлешендәге социаль учреждениелар вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итәм.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: