Ошо сара башланған саҡта районда 76 рөхсәтһеҙ сүплек барлығы асыҡланған, уларҙың бөтәһен дә юҡ итеүгә өлгәшкәндәр, әле бары Красноусол ауылында ғына ҡалған.
Тәүҙә ауылдарҙа 53 ваҡытлыса контейнер урынлаштырғандар. Бөгөнгә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуға тәғәйенләнгән 53 майҙансыҡ йыһазландырылған. Был йүнәлештә эш әле дауам итә.
Бөтә эштәр ҙә ошо арала тамамланасаҡ. Тағы ла июндә 14 ауыл биләмәһендәге ауылдарҙа өҫтәмә рәүештә 42 контейнер майҙансығы ҡуйыласаҡ. Улар санитар нормаларҙы күҙәтеп эшләнә.
Контейнерҙарҙы урындағы эшҡыуар – Аҡкүл ауылынан Эльдар Зиязетдинов (“Прага” йәмғиәте) етештерә.
- Яҡшы сифатлы, хаҡы ла ҡиммәт булмаған контейнерҙарҙы үҙебеҙҙең райондан алыу мөмкинлеге бар, – ти Ғафури район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге начальнигы Лариса Дәүләтшина.