+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 15:45

“Таланттар марафоны” старт алды

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” старт алды. Ул “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Ғаилә традицияларын популярлаштырыу, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү, үҫтереү, күп балалыҡтың йәмәғәт статусын күтәреү – уның ылыҡтырғыс маҡсаты.

Конкурсты Балаларҙы яҡлау фонды һәм Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе ойоштора. Конкурс өс номинация –хореография, вокал, нәфис һүҙ - буйынса үткәрелә. Тәүге этап дистанцион рәүештә үткәрелә, аҙаҡ иң сағыу сығыштар Мәскәүҙә конкурс финалында күрһәтеләсәк. Дәүләт Кремль залы һеҙҙе көтә, йәш таланттар!
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында “Владимир Путин һәм Рәсәй ғаиләләре” фото күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Хөрмәтле күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ, аҙаҡ үкенерһегеҙ, һеҙҙең талантлы балаларығыҙҙың ҡыйыу рәүештә конкурста ҡатнашыуын теләйбеҙ! Бөтә һорауҙарығыҙ менән 8-915-240-45-92 телефонына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: