-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2020, 12:55

Бүләккә – “Табын”

Гәзитебеҙҙең үткән матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Бүләккә – “Табын” акцияһы иғлан ителгәс, Балалар ижады үҙәгендә методист булып эшләүсе Әлфиә Рәшит ҡыҙы Насирова ҡәҙерле әсәһенә бүләккә гәзиткә яҙылып, еңеүсе булып танылғайны. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа еңеүсене гәзит баҫмаһында яҡтыртырға һүҙ биргәйнек. Район тормошонда әүҙем йәмәғәтсе, эшендә күңел биреп эшләүсе Әлфиә Рәшит ҡыҙының ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, ғәзиз әсә, хәстәрлекле ҡыҙ ҙа икәнен белдек.

Эйе, уны гәзиттең ысын тоғро дуҫы тиһәң дә була. Эргәләге кешегә артыҡ иғтибар итеп тә бармайһың бит ул. Гәзит өсөн компьютерҙа төрлө прог-раммалар кәрәк булғанда, күктән килеп төшкән шикелле йүгереп килеп инә лә, тиҙ генә беҙҙең үтенесте үтәп, етеҙ генә ары эшенә йүгерә. Уның мөләйемлеген, йылы ҡарашын кешеләр генә түгел, хатта компьютерҙар ҙа тоя, һиҙә кеүек. Әлфиә Рәшит ҡыҙы бер эште лә йыбанып, ашыҡ-бошоҡ эшләмәй, барыһын уйлап, еренә еткереп ҡуйырға ярата. Был бер аҙ беҙҙең еңеүсебеҙҙең гәзит менән бәйләнеше тураһында булһа, уның хеҙмәт һәм тормош юлы хаҡында ла яҙып үтәйек.
Әлфиә Насирова музыкаль белемле, вокалист-дирижер һөнәре булған белгес. Район Балалар ижады үҙәгендә эшләүенә алты йыл була. Үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡара. Шулай уҡ Красноусолдағы 2-се мәктәптә хор буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Быйыл 9 Май - Еңеү байрамына барабансыларҙы әҙерләүгә лә күп көс һала ул.
Шәхси тормошонда ла бар яҡлап та өлгөрә тырыш ҡатын. Тормош иптәше менән мөхәббәт емештәре булған улдары Русланды һәм ҡыҙҙары Эльвираны үҫтереп, матур тәрбиә биргәндәр. Ял көндәрендә һәм буш ваҡытында күберәк 86 йәшлек әсәһе янында булырға тырыша Әлфиә Рәшит ҡыҙы. Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылында тыуып үҫкән, яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашевтың бер туған һеңлеһе ул Хәмиҙә апай. Улар ғаиләлә 5 бала үҫкән. Аталары 1941 йылда һуғышҡа киткәндә Кәбир ағайға туғыҙ, Хәмиҙә апайға 7 йәш кенә була. Ҡәҙерле кешеләре ошо китеүенән һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай. Шуға ла уларға ғәрәсәтле һуғыш йылдары ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә кисерергә тура килә. Хәмиҙә апай 13 йәштән пилорамда таҡталар өйөп, йүкә һуйып, һалабаш һалып көн күрә. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килмәһен, һәр саҡ яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылып йәшәй. Әле лә ҡулына “Табын”ды алып, үткәндәрен хәтерләп, район тормошон да күҙ уңынан ысҡындырмай йәшәй. Киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, матбуғат баҫмаларынан дәрт һәм көс алып, балаларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.
Ололаһаң олоно - ололарҙар үҙеңде, - тигәндәй, Әлфиә Рәшит ҡыҙы әсәһенә күңел йыуанысы булырҙай гәзит яҙҙырып, үҙе лә баһалауға һәм иғтибарға лайыҡ булды. Уға бар яҡлап та уңыштар, һәр саҡ шулай яҡындарын шатландырып, илһамланып эшләргә һәм йәшәргә булһын.
Йылдың икенсе яртыһына һеҙ ҙә яҡын кешеләрегеҙгә – дуҫығыҙға, туғандарығыҙға, коллегаларығыҙға, әсәй-атайҙарығыҙға, өләсәй-олатайҙарығыҙға, гәзиткә яҙылырға мөмкинлектәре булмағандарға ошондай рухи аҙыҡ һәм күңел йыуанысы булған бүләк эшләһәгеҙ, гәзитебеҙҙә билдәләнерһегеҙ, ҡәҙерле кешегеҙҙе һөйөндөрөрһөгөҙ. “Табын”дың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә тағы ла яңы конкурстар башланды, уларҙы #табынбүләкит, #коллективменәнтабынға, #минтабынғаяҙылдым хэштегтары буйынса табырға була.
Читайте нас: