+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2020, 16:25

Хөрмәтле тауыш биреүселәр һәм районыбыҙ ҡунаҡтары!

Әгәр Һеҙ 2020 йылдың 1 июлендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе көнөндә Рәсәй Федерацияһы эсендәге теркәлеү (прописка) адресы буйынса – паспортта күрһәтелгән йәшәү урынында булмайһығыҙ икән (командировкаға, отпускыға китһәгеҙ, йәки башҡа ҡалала йәшәһәгеҙ), йә булмаһа йәшәгән урында теркәлмәгәнһегеҙ икән, ул саҡта Һеҙ үҙегеҙ булған урында та-уыш биреү тәртибе менән файҙаланырға мөмкинһегеҙ.

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Үҙегеҙ менән Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын йәки уны алмаштырыу-сы документ алып, 2020 йылдың 5 июненән 21 июненә тиклем осорҙа Һеҙ территориаль һайлау комиссияһына (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2) йәки дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәккә (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 “А”), ә 2020 йылдың 16 июненән 21 июненә тиклем осорҙа теләгән участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Юғарыла күрһәтелгән ғариза ҡабул итеү пункттарында һеҙ, тауыш бирергә йыйынған һайлау участкаһын күрһәтеп, үҙегеҙҙе үҙе булған урында тауыш биреүселәр исемлегенә индереүҙе һорап ғариза бирергә мөмкинһегеҙ.
Участка һайлау комиссияларының адресын БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында: http://www.cikrb.ru/find_your_area/index.php урынлаштырылған интерактив карта ярҙамында белә алаһығыҙ.
Ғаризаны шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” интернет порталы аша онлайн тәртиптә бирергә була. Бының өсөн был порталда раҫланған иҫәп яҙмағыҙ булыуы кәрәк.
2020 йылдың 1 июлендә Һеҙгә үҙегеҙ һайлаған һайлау участкаһына килеп, паспортығыҙҙы күрһәтеп, тауыш биреү мөмкинлеге алырға ғына ҡала. Һеҙҙән бер ниндәй ҙә өҫтәмә документ талап ителмәй.
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ: тауыш биреүҙә ҡатнашыусы бындай ғаризаны БЕР ТАПҠЫР ҒЫНА бирә ала!
Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Ғафури районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына 8 (34740) 2-13-07 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Римма ЗВЕРЕВА,
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
Читайте нас: