-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 00:10

Алдан яҙылырға кәрәк

Башҡортостанда һалым инспекциялары 15 июндән халыҡты ҡабул итә башлай. Бының өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Инспекцияға ҡабул итеүгә яҙылыу» интерактив сервисы аша алдан яҙылырға кәрәк.

Башҡортостанда һалым инспекциялары 15 июндән халыҡты ҡабул итә башлай. Бының өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Инспекцияға ҡабул итеүгә яҙылыу» интерактив сервисы аша алдан яҙылырға кәрәк.
Инспекцияға килгәндә шәхси һаҡланыу сараларын (медицина битлектәре, бирсәткәләр) файҙаланыу мөһим. Һалым түләүселәрҙән ҡағыҙ корреспонденцияны (шул иҫәптән һалым һәм бухгалтер иҫәп-хисап ҡағыҙҙарын, бәләкәй һәм урта бизнесҡа субсидиялар биреү өсөн ғаризалар) Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең территориаль органдарына ингән урындағы бокстар аша ҡабул итәләр.
Һалым хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, һәр хеҙмәтте тиерлек онлайн алырға мөмкин, Федераль һалым хеҙмәте сайтында һәм мобиль ҡушымталарҙа 50-нән ашыу сервис бар. Һалым буйынса башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Федераль һалым хеҙмәте Берҙәм Бәйләнеш үҙәгенең күп каналлы 8-800-222-22-22 телефоны йәки Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының (347) 226-38-00 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас в