+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 11:30

Бер көн ҡалды

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2020 йылдың икенсе яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу тамамланырға бер көн ҡалды.

Гәзитебеҙгә ярты йылға:
1) почта аша 896 һум 22 тингә, пенсионерҙар 823 һум 62 тингә, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтар 737 һум 22 тингә; 2) rbsmi порталы аша (гәзиттең ҡағыҙ вариантына – 896 һум 22 тин, электрон подписка 522 һум); 3) редакция аша: 8 (34740) 2-15-25, 8-903-34-54-69-11 телефондарына шылтыратып (хат ташыусы өйгә килә 708 һумға яҙылырға мөмкин.
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң беренсе аҙна еңеүсеһе Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Роберт Мәғүб улы Бәширов үҙ бүләген редакциянан килеп алғанда: “Тыуған көнөмдә бүләк отоуым икеләтә шатлыҡ булды. Ҡауарҙы мәктәбендә 7-се клас-ты тамамлағас, Еҙем-Ҡаранға йөрөп уҡып 10-ды бөттөм. Хеҙмәт итеп, Стәрлелә физика-математика факультетын ситтән тороп тамамлағас, 1958 йылдан бирле, 40 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем. Тормош иптәшем, хәҙер мәрхүмә Нажия Абдулхаҡ ҡыҙы менән 55 йыл бергә йәшәп 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Гәзитте алдырмай ҡалғаным юҡ. Эстәлеге лә оҡшай”, - тине.
Ҡалғандар ҙа оҙаҡҡа һуҙмай гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ.
“Аҙна һайын бүләк” бәйгеһенең уҙған аҙна еңеүсеһе Л.М.Рафиҡованы (Красноусол ауылы, Чернышевский урамы, 16) шаршамбы 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.
Читайте нас: