-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 00:30

Күберәк түләйәсәкбеҙ

Башҡортостанда 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр артасаҡ. Был хаҡта республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Башҡортостанда 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр артасаҡ. Был хаҡта республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр үҙгәрешенең уртаса индексы 3,6 процент күләмендә ҡуйылған. Тайпылыштар булыуы ихтимал, тик ул 2 проценттан артырға тейеш түгел. Тимәк, бөтә хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү 5,6 проценттан артмаясаҡ. Дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, 2020 йылдың тәүге яртыһында коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр былтырғы кимәлдә ҡалған.
Халыҡ хаҡтарҙың күтәрелеүенә әҙерме? Түләргә ҡулдан килерме? Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары пандемия һәм көрсөк һөҙөмтәһендә коммуналь түләүҙәрҙе төбәктең һәр бишенсе кешеһенең түләй алмауы хаҡында белдергәйне.
Читайте нас: