+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 00:00

Һөнәри байрамдары менән ҡотланылар.

"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты янындағы "Беҙҙең хәстәрлек" проектының Ирекмәндәр үҙәге активистары социаль хеҙмәтләндереү һәм "Изгелек" үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Ирекмәндәр уларға был ҡатмарлы осорҙа башҡарған хеҙмәттәре һәм берҙәм эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шуныһы мөһим: социаль хеҙмәткәрҙәр, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар, шуға күрә уларҙың һәр ҡайһыһына бөгөн ирекмәндәр сәскәләр бүләк итте. Үҙәк етәкселеге иһә Рәхмәт хаттары алды, ә коллективҡа татлы бүләк тапшырылды.
Бөтә республика буйынса әле биш меңгә яҡын ирекмән пандемия осоронда социаль хеҙмәткәрҙәр менән бергә эшмәкәрлек алып барҙы. Улар аҙ килемле пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек килтерҙе, уларҙың көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә булышты. Ошо осорҙа республикала йәшәгән 240 мең кеше төрлө ярҙам алыуға өлгәште.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров социаль хеҙмәткәрҙәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: