+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 18:00

Телгә яңы ҡараш

18 июндә 19.00 сәғәттә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле: яңы ҡараш. Башкирский язык: новый взгляд» тигән сара үтә.

18 июндә 19.00 сәғәттә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле: яңы ҡараш. Башкирский язык: новый взгляд» тигән сара үтә.
Уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар күрһәтеләсәк. Сара оффлайн һәм онлайн рәүештә ойошторола. Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә трансляция алып барыласаҡ. Башҡорт теленән видео дәрестәр, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, “Аҫылташ” йәштәр ойошмаһы һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт аласаҡһығыҙ. Сараны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.
Читайте нас: