+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 13:25

Абитуриенттар быйыл нисек уҡырға инәсәк?

Быйылғы ҡатмарлы уҡыу йылы тамамланды. Хәҙер сығарылыш класс уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү бурысы ҡала.

Быйылғы ҡатмарлы уҡыу йылы тамамланды. Хәҙер сығарылыш класс уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү бурысы ҡала.
Коронавирусҡа бәйле, быйыл уҡырға инеү тәртибе ғәҙәттәгесә түгел. Шул уҡ ваҡытта республикала юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары арттырылды.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа 2020 йылдың ҡабул итеү кампанияһы үҙенсәлектәренә бәйле брифинг үтте. Ул республика Башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Брифингта Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Ректорҙар советы рәйесе Салауат Сәғитов һәм төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты. Сараны Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская алып барҙы.
Шулай итеп, быйыл юғары уҡыу йорттары документтарҙы 3 июлдән ҡабул итә башлаясаҡ. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Башҡа яҡтан әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Имтихандар 25 июлдә тамамлана. Абитуриентҡа өс белгеслек буйынса биш юғары уҡыу йортонда көсөн һанап ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Быйыл мәктәпте 19 мең уҡыусы тамамлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән быйылдан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артҡан. Уларҙың һаны 11200 урынға еткән - яҡынса 10 процентҡа күбәйгән.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле абитуриенттар быйыл документтарҙы онлайн-режимда тапшырасаҡ. Әгәр кемдеңдер интернеты юҡ икән, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында министр һөйләне.
"Сығарылыш класс уҡыусылары район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, документтарын ебәртә ала. Шулай уҡ уларға барлыҡ социаль объекттарҙағы интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Бында улар ҡабул итеү кампанияһы барышы яңылыҡтары менән танышып торасаҡ, – тине Айбулат Хажин. – Беҙ барлыҡ район хакимиәттәре башлыҡтарына абитуриенттарға ярҙам итеүҙе һорап хаттар ебәрҙек. 25 июлдән алып аҙнаһына өс көн - дүшәмбе, шаршамбы һәм йома - социаль объекттарҙа интернет менән файҙаланырға мөмкин. Дүшәмбе һәм йома 10.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем, шаршамбы - 15.00 - 18.00 сәғәттәрҙә.
Документтарҙы онлайн тапшырыу өсөн сығарылыш класс уҡыусыһына юғары уҡыу йорто сайтына инергә һәм шәхси кабинет булдырырға кәрәк. Унда тейешле барлыҡ мәғлүмәттәрҙе индерә һәм ҡабул итеү барышын күҙәтә. Аҙаҡ инде һөҙөмтәләр буйынса бер юғары уҡыу йортон һайлап алырға һәм рәсми ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ. Республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттары быға әҙер.
Брифингта ҡатнашҡан ректорҙарға һәм министрға абитуриенттарҙың һорауҙары бик күп булды. Һәр уҡыу йорто етәксеһе үҙҙәрендәге үҙенсәлектәр, льготалар тураһында һөйләне. Әйткәндәй, ижади һынауҙар ҙа быйыл онлайн буласаҡ.
Брифингта ҡатнашҡандар киләһе уҡыу йылын онлайн тәртиптә түгел, ә аудиторияларҙа ҡаршы алырға теләген белдерҙе. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәйек. Әлегә сығарылыш класс уҡыусыларының бурысы - бар көсөн һалып имтихандарға әҙерләнеү, уларҙы уңышлы тапшырырға ынтылыу. Уңыштар һеҙгә!
Фото: bash.news
Читайте нас: