Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 15:55

Күсмә кәңәшмә үтте

Кисә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул “Поток – Торба компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә уҙғарылды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәге сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, урындағы етештереүселәрҙең тауарын танытыу һәм һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Кисә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул “Поток – Торба компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә уҙғарылды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәге сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, урындағы етештереүселәрҙең тауарын танытыу һәм һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сара башланыр алдынан республика Башлығы компанияның етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты. Предприятие янғын һүндереү системаһы өсөн утҡа бирешмәй торған пластик, шулай уҡ полипропилен торбалар, фитингтар сығара.
Быйыл компания Зубов ауылында яңы производство асыу буйынса инвестиция проектын тамамлай. Унда 50 эш урыны барлыҡҡа киләсәк, етештереү ҡеүәте артасаҡ, импортты алмаштырыу программаһы үҙләштереләсәк.
– Башта федераль кимәлдә ҡаты конкурентлыҡҡа осрағайныҡ, – тине йәмғиәттең башҡарма директоры Вадим Лукьянов. – Заманса технологияларҙы файҙалана башлағас, үҙебеҙҙең ҡулланыусылар араһында продукцияға ихтыяж артты. Киләсәктә тауарҙы сит илгә экспортҡа сығарырға ниәтләйбеҙ.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә “Поток” компанияһы етәксеһе продукцияға эске ихтыяжды дәртләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Мәҫәлән, предприятие Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторына бер нисә тапҡыр килешеү төҙөргә тәҡдим иткән. Был заводтың тотороҡло эшен тәьмин итеү, бюджет аҡсаһын экономиялау мөмкинлеген бирер ине.
– Тағы ла бер мәсьәлә – яңы етештереү корпусын сафҡа индереү. Йыл дауамында беҙ яраштырыу ғәмәлдәрен үтәбеҙ, күҙәтеү органдарының иҫкәрмәләрен төҙәтәбеҙ. Был предприятиеның тулы ҡеүәтенә эшләүенә ҡамасаулай, – тине Вадим Лукьянов.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә конкурентлыҡ йәһәтенән предприятиеның продукцияһын өйрәнергә, контроль органдарының бизнесҡа бәйле эшмәкәрлеген анализларға ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте предприятиеларын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Атап әйткәндә, Белорет уҡыу-етештереү предприятиеһы һәм Бәләбәйҙең “Автодеталь” предприятиеһы тураһында һүҙ барҙы. Пандемия шарттарында предприятиеларҙа етештереү күләме һиҙелерлек кәмегән. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә эш урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн ойошмаларға комплекслы ярҙам талап ителә.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль учреждениеларға инвалидтарҙың йәмәғәт берекмәләре тарафынан асылған предприятиеларға заказ бирергә, шулай уҡ уларҙы система булдырыусы предприятиелар иҫәбенә индерергә тәҡдим итте.
Бәләбәй машиналар эшләү заводы импортты алмаштырыу йәһәтенән әүҙем эшләй. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә эске баҙарҙа предприятиеның ҡеүәтен өйрәнеү бурысын йөкмәтте.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар әүәлге кәңәшмәләрҙә проекттары ҡаралған предприятиеларға ташламалы заем биреүҙе хупланы. Радий Хәбиров республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына индустриаль парктарҙың эшен анализларға ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: