+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 21:55

Ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе һаҡлар

74-се һанлы янғын-ҡотҡарыу часы халыҡҡа “Һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек” акцияһы сиктәрендә һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә:

- рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ;
- һыуҙа тәрәнлек билдәләнгән ерҙән йыраҡҡа йөҙмәгеҙ;
- көслө ағымлы, текә ярлы йылғала һыу инмәгеҙ;
- ҡояш булғанда иртән йәки кистән һыу инеү яҡшыраҡ;
- һыуҙа 15-20 минуттан оҙағыраҡ булмағыҙ;
- ҡояшта ҡыҙынғандан һуң һыуға ҡапыл төшмәгеҙ;
- ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, кире килергә хәлегеҙ етмәҫкә мөмкин;
- күперҙән, ярҙағы туҡтау урындарынан сумыу, кәмә, катерҙарға яҡын йөҙөү хәүефле;
- ағымға эләкһәгеҙ, уның менән көрәшергә тырышмағыҙ, ыңғайына йөҙөп, ярға яҡынлағыҙ;
- ылымыҡлы һыу ятҡылыҡтарында һыуҙың өҫтөндә йөҙөргә тырышығыҙ;
- кәмәгә ултырыр алдынан уның төҙөклөгөн яҡшылап тикшерегеҙ;
- унда пассажирҙарҙың һанына ярашлы ҡотҡарыу түңәрәге һәм ҡотҡарыу жилеттары мотлаҡ булырға тейеш;
- бейек тулҡын ваҡытында кәмәлә йөрөргә ярамай.
Ашығыс ярҙамды 112, 101 телефондарына шылтыратып саҡыра алаһығыҙ.
Һыуға батыусыға ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре:
- батып барыусыны күргәс, эргә-тирәләге ҡотҡарыу сараларын (кеше тотоноп йөҙә алырлыҡ әйбер) табып уға ырғытығыҙ;
- батыусы эргәһенә йөҙөп барырға булһағыҙ, ағым, ел йүнәлешен, ҡаршылыҡтарҙы һәм арауыҡты иҫәпкә алығыҙ;
- кешегә яҡынлашҡас, уны тынысландырырға тырышығыҙ. Әгәр үҙаллы йөҙә алмай икән, һеҙҙең яурынығыҙға тотонһон. Йә булмаһа уны үҙегеҙ эләктереп (күпселектә сәсенән) ярға табан һөйрәгеҙ;
- батыусыны сығарғас уның тын юлдарын һыуҙан һәм башҡа әйберҙәрҙән арындырығыҙ;
- тын алмаһа һәм йөрәк тибеше булмаһа “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ һәм беренсел медицина ярҙамы күрһәтә башлағыҙ.
Вадим ОТМАХОВ,
янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы.
Читайте нас: