-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 20:25

Мәктәптәр төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге сираттағы оператив кәңәшмәлә пандемия шарттарында йәшәргә мәжбүр булһаҡ та, милли проекттарға иғтибарҙы кәметергә ярамай, улар теүәл үтәлергә тейеш, тине.

Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, Башҡортостанда быйыл “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 310 урынлыҡ ике мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре алып барыла. 2021 йылда тағы бер мәктәп һалынасаҡ.
Нуриман районының Беренсе май ауылында 60 урынлыҡ мәктәп һәм 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Уны быйыл 30 августа тапшырмаҡсылар. Шаран районының Шаран ауылында 1-се урта мәктәп бинаһына 250 урынлыҡ төкәтмә һәм 250 урынлыҡ ашхана төҙөлә. Бында эштәрҙе 2020 йылдың 1 декабренә тамамларға йыйыналар. 2021 йылда Нефтекама ҡалаһының 24-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалынасаҡ.
“Заманса мәктәп” төбәк проектына барлығы 1105,34 миллион һум аҡса бүленә, уларҙың 696,82 миллион һумы – федераль, 408,52 миллион һумы республика бюджетынан алынасаҡ.
“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән быйыл “Үҫеш нөктәһе” профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдарҙа урынлашҡан 48 мәктәптә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңырасаҡ. Шулай уҡ был базаны ике коррекция мәктәбендә лә яңыртырға йыйыналар.Бынан тыш, республикала һөнәри әҙерлек үҙәге булдырыласаҡ. Белем биреү учреждениеларында заманса йыһазландырылған 13 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас: