2019 йылда рес-публикала 85 кеше һыуҙа батып үлгән, шуларҙың һигеҙе – балалар. 2020 йылдың 5 айында батыусылар һаны – 6, уларҙың берәүһе – бала. Был һандар йылдан-йыл арта бара. Статистика күрһәтеүенсә, фажиғәләрҙең 80 проценты һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа булған.
Һыу инеү өсөн иң уңайлыһы – төбө ҡомло йәки ташлы һыу ятҡылыҡтарында махсуслашҡан урындар. Таныш булмаған йылға-күлдәрҙә һыу инеү оло бәләгә килтереүе ихтимал. Шуны ла әйтергә кәрәк, иҫерек килеш һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Алкоголь өҫтәлмә рәүештә ҡан тамырын киңәйтә, һыуға төшкән кешелә улар киҫкен ҡыҫылып, йөрәк туҡтарға мөмкин. Һөҙөмтәлә, һыуға батып үлгәндәрҙең 90 процентын иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандар тәшкил итә.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре йылғаларҙағы судноларға яҡын барыуҙы ла тыя. Сөнки улар яҡынайғанда һыу кинәт күтәрелеп, кеше батып китергә мөмкин.
Һыу хатта оло кеше өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Ә балалар өсөн ул икеләтә хәүефле. Бәхетһеҙлек йөҙә белмәгән балаларҙан бигерәк, яҡшы йөҙәм тип уйлағандарҙы йыш һағалай. Шуға күрә балалар мотлаҡ ата-әсә күҙәтеүе аҫтында ғына һыу инергә тейеш.
Форсаттан файҙаланып, муниципаль берәмектәр башлыҡтарын, пляждар һәм ял итеү урындары өсөн яуаплы кешеләрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 2013 йылдың 17 июнендә ҡабул ителгән 246-сы һанлы ҡарарға ярашлы пляждарҙы төҙөкләндереү талаптарын теүәл үтәргә саҡырам.
В.Л.УСОЛКИН,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығының Үрге-Ағиҙел
инспекторлыҡ участкаһы дәүләт инспекторы.