-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 20:45

Хәүефһеҙлек саралары күреләсәк

1 июль – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Тауыш биреү өсөн бинаға (урынға) инер алдынан битлек кейеү, мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәттереү, ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептик саралар файҙаланыу зарур.

1 июль – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Тауыш биреү өсөн бинаға (урынға) инер алдынан битлек кейеү, мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәттереү, ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептик саралар файҙаланыу зарур.
Мөһим сәйәси сара айҡанлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр фекерҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итә. Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов: “Рәсәй закондары үҙебеҙҙә өҫтөнлөк итергә тейеш, тип әйтелә төҙәтмәлә. Уйлап ҡараһаң, илдә Евросоюз, ЮНЕСКО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың беҙҙең закондарҙан өҫтөн булыуы – башҡа һыйғыһыҙ хәл. Бына Конституцияға индерелгән төҙәтмә ошо етешһеҙлеккә сик ҡуясаҡ.

Шулай уҡ яңы үҙгәрештәргә ярашлы, башҡа дәүләттәр гражданлығы булған кешеләр дәүләт власы органдарында эшләй, депутат итеп һайлана алмаясаҡ. Минеңсә, был бик дөрөҫ. Сит ил гражданлығы булған кеше нисек инде Рәсәй мәнфәғәтен яҡлай алһын?! Тел мәсьәләһенә килгәндә, илдә йәшәгән халыҡтар үҙ телендә уҡырға, һөйләшергә тейеш, әммә уртаҡ бер аралашыу теле булырға тейеш, шуға ла рус телен дәүләт теле итеп нығытыуҙың ҡурҡынысы юҡ. Мин Конституцияға тағы ла хеҙмәт тәрбиәһе тураһындағы өҫтәмәне лә индерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Бөгөн уҡыусы балаларҙы эшкә ҡушыу тыйыла, ә тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Кеше шул рәүешле эшкә өйрәнә”, – тип һанай.
Фото: Old.bash.news
Читайте нас в