-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 20:40

Иң мөһиме - кешеләрҙең хәүефһеҙлеге

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты:

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты:
“Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлдә уҙасаҡ. Ул әлеге көндә көсөнә инмәһә лә унда нығытылған гарантиялар бөгөн үк ғәмәлгә ашырыла. Уйлап ҡараһаң, бында бер ниндәй ҙә асыш юҡ, бөтәһе лә законлы. Владимир Владимирович Путиндың етәкселеге аҫтындағы 20 йыллыҡ хеҙмәт һәм ил үҫеше үҙ емешен бирә. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм мәшғүллекте һаҡлау буйынса саралар Конституциялағы хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын нығытҡан тәҡдимде сағылдыра ла инде. Балалы ғаиләләргә түләүҙәр дәүләттең киләсәген хәстәрләүе хаҡында һөйләй.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы вирус инфекцияһына ҡаршы тора алыуы – үҙе үк медицина ярҙамының һәр кем алырлыҡ булыуын күрһәтә. Яңы вирус бөтә донъяны үҙгәртте, шул иҫәптән Рәсәй ҙә ситтә ҡала алмай. Донъялағы ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, бөтәһе лә яйлап киләсәккә пландар төҙөй башланы. Конституцияға үҙгәрештәр иһә – нәҡ шул киләсәк хаҡында. Үҙгәрештәр кешеләр һәм тормош менән бәйән ителгән. Граждандар был төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһе асылына төшөндө, һәм был бөгөн илдә барған ваҡиғалар сағылышында барҙы. Конституцияға төҙәтмәләр әле үк беҙҙең тормошобоҙға инде. Беҙ ҡануниәттәге үҙенсәлекле күренеште күҙәтәбеҙ – улар ҡабул ителмәһә лә, әле үк ҡануниәттең хоҡуҡи тулыланыуын билдәләй.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө төп өҫтөнлөктән – Рәсәй граждандарының ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙан сығып күсерелде. Кешеләрҙең хәүефһеҙлегенән дә мөһим бер нәмә лә була алмай. Президент та шулай тине, иң мөһиме – кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы.
Тауыш биреүҙең хәүефһеҙлегенә килгәндә: Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үткән аҙнала һайлау участкаларының бөтә ил буйынса эшләйәсәк ҡаты санитар стандарттарын күрһәтте. Эксперттар билдәләүенсә, был магазинға барғанға ҡарағанда ла хәүефһеҙ буласаҡ. Шулай уҡ тауыш биреүҙе 1 июлдә генә түгел, ә төп тауыш биреү көнөнә тиклемге алты көн дауамында уҙғарыу ҡаралған һәм тәҡдим ителә. Был 1 июлдәге аралашыуҙарҙы күпкә кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Илебеҙҙең тормошон, балаларыбыҙҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген, социаль гарантияларын һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын билдәләйәсәк төп Закон тураһында һүҙ бара, тип әйтергә кәрәк. Шуға тауыш биреү барышын йәмәғәт күҙәтеүселәре күҙәтәсәк”.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: