-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 21:40

Радий Хәбиров һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Текстиль һәм еңел сәнәғәт тармағы хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Текстиль һәм еңел сәнәғәт тармағы хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Еңел сәнәғәт – республика иҡтисадының мөһим тармағы. Һеҙ халыҡты сифатлы туҡымалар һәм кейем-һалым, көнкүреш тауарҙары, эстетик продукция менән тәьмин итәһегеҙ. Ә әлеге еңел булмаған осорҙа коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары менән тәьмин итеп, ҡатмарлы бурысты лайыҡлы үтәп сыҡтығыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һеҙҙең предприятиелар 4,5 миллиондан ашыу битлек һәм сирек миллиондан күберәк һаҡлағыс комбинезон текте.
Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, заманса технологияларҙы үҙләштереүегеҙ һөҙөмтәһендә үҙ продукцияғыҙҙың сифатын һәм уға ихтыяжды арттыраһығыҙ. Йыл башында үткән Беренсе республика еңел сәнәғәт форумында тармаҡты алдағы биш йылда үҫтереү һәм һиҙелерлек дәүләт яҡлауы менән тәьмин итеү сараларын ҡараныҡ. Беҙ ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ.
Юғары һөнәри оҫталығығыҙ, ижади һәләтегеҙ бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанам. Еңел сәнәғәт тармағы хеҙмәтсәндәренә һәм ветерандарына яуаплы хеҙмәттәре, һөнәргә тоғролоҡтары өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тотороҡлолоҡ, яңы уңыштар һәм киләсәккә ышаныс теләйем”, - тиелә Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙендә.
Фото: tuk.md
Читайте нас: