+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 21:35

Табиптар өсөн граффити

Медицина хеҙмәткәре көнө һәм Рәсәй көнө байрамдары алдынан Өфөнөң бөтә райондарында ла Граффити фестиваленә ярашлы һүрәттәр төшөрөү башланды.

Медицина хеҙмәткәре көнө һәм Рәсәй көнө байрамдары алдынан Өфөнөң бөтә райондарында ла Граффити фестиваленә ярашлы һүрәттәр төшөрөү башланды.
Урам рәссамдары бина стеналарына заман геройҙарын - табиптарҙы, ғалимдарҙы, ирекмәндәрҙе, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, курьерҙарҙы һәм Рәсәй флагына арналған тематик һүрәттәр төшөрә.
Мәҫәлән, баш ҡаланың Октябрь районында коронавирус менән көрәшкән табиптарҙың граффитиһын эшләп бөткәндәр. 75 квадрат метрлыҡ майҙандағы был һүрәт ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы бинаһында барлыҡҡа килде. Унда “Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт” тигән яҙыу ҙа бар. Рәссамдар бер нисә көн дауамында прожектор яҡтыһында эшләгән уны.
23 метр бейеклектәге “Беҙҙең докторҙарға рәхмәт” тигән яҙыулы һүрәт яҡын арала Өфөнөң Ленин районында республиканың 1-се тире-венерология диспансеры бинаһында барлыҡҡа киләсәк. Был граффитиның авторы – Павел Дорофеев. Эштәрҙе ул медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә тамамларға планлаштыра.
Граффити булдырыу буйынса әүҙем эштәр бөгөн Дим районының 3-сө ҡала клиник дауаханаһы, Киров районындағы 2-се балалар поликлиникаһы һәм 52-се поликлиника, Орджоникидзе районындағы 18-се ҡала клиник дауаханаһында алып барыла. Яҡын арала Калинин һәм Совет райондарында эштәр башланасаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре һүрәттәре 13-сө ҡала клиник дауаханаһында, 3-сө балалар поликлиникаһында барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш, Өфөнөң Киров районында ике фонтан майҙанындағы “Мин Өфөнө яратам” арт-объекты Рәсәй флагы буяуҙары менән яңыртылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас: