-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 20:35

Тауыш биреүҙе үткәреү тәртибе

Быйыл 1 июлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе уҙғарыла. Ил Президенты Рәсәй граждандарының Төп Законға индерелгән төҙәтмәләргә ҡағылышлы фекерен белешергә һәм тауыш биреү үткәрергә ҡарар итте.

Быйыл 1 июлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе уҙғарыла. Ил Президенты Рәсәй граждандарының Төп Законға индерелгән төҙәтмәләргә ҡағылышлы фекерен белешергә һәм тауыш биреү үткәрергә ҡарар итте.
Тауыш биреүҙе ойошторғанда һәм үткәргәндә өҫтөнлөктәр һәм бурыстар
Профилактика маҡсатында һәр тауыш биреү участкаһында температура контроле пункты ойошторола, ишек төбөнә дезинфекциялау келәме түшәлә. Барлыҡ тауыш биреү участкалары, һайлау комиссиялары ағзалары, участкаларҙағы бүтән кешеләр шәхси һаҡлыҡ саралары (битлек, бирсәткә, санитайзер) менән тәьмин ителә.

Тауыш биреүҙе үткәреү тәртибе: яңы алгоритмдар һәм өҫтәмә мөмкинлектәр
Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе 2020 йылдың 1 июлендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем уҙғарыла. Эпидемиологик хәлдең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, граждандарға тауыш биреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тәҡдим ителә:

Тауыш биреү көнөнә тиклем тауыш биреү
Граждандар тауыш биреү көнөнә тиклем алты көн эсендә – 25–30 июндә тауыш биреү участкаһына килеп тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, сәғәтенә 8–12 кеше тауыш бирә ала. Бөтә хәүефһеҙлек саралары күреләсәк.

Өйҙә тауыш биреү
Теге йәки был сәбәптәр арҡа­һында өйөнән сыға алмаған, ләкин тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләгән граждандарға 25–30 июндә йәки тауыш биреү көнөндә ошондай мөмкин­лек ҡаралған.

Өйҙә тауыш биреү өсөн участка комиссияһына телефон аша мөрә­жәғәт итергә, шул иҫәптән үтенесте туғандар һәм ирекмәндәр аша тапшырырға, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталын файҙаланып электрон мөрәжәғәт ебәрергә мөмкин.
Тауыш биргәндән һуң граждан бюллетенде күсмә тауыш биреү йәшнигенә төшөрә, өйҙә тауыш биреү тураһындағы ҡул ҡуйылған ғаризаны махсус пакетҡа һала.

Тауыш биреү бинаһынан ситтә тауыш биреү
Тауыш биреүгә тиклем алты көн эсендә – 25–30 июндә участка комиссиялары тауыш биреү биналары булмаған биләмәләргә сығып, шул иҫәптән йорт яны биләмәләрендә күсмә тауыш биреү үткәрә ала.

“Мобиль һайлаусы” механизмы
Төпләнгән урын буйынса тауыш биреү йәһәтенән “Мобиль һайлаусы” алымы киң файҙаланыласаҡ. Тейешле көндә үҙең туҡталған ерҙә тауыш биреү теләге тураһындағы ғаризаны 5–21 июндә күп йүнә­лешле үҙәк, территориаль комиссия, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырырға була. 16–21 июндә участка һайлау комиссияһына ғариза биреү мөмкинлеге бар. Ғаризаны шәхсән ҡабул иткәндә бөтә санитария хәүефһеҙлеге саралары үтәлә.

Ғаризала үҙегеҙ өсөн уңайлы тауыш биреү участкаһын күрһәтеү шарт. Уны cikrf.ru сайтында территориаль һайлау комиссияһы йәки участка һайлау комиссияһы карта­һын йә иһә тауыш биреү участкаларын эҙләүҙең һанлы сервисын файҙаланып, еңел генә таба алаһығыҙ. Шулай уҡ күп каналлы 8-800-200-00-20 номеры аша шылтыратып, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге операторынан консультация алырға мөмкин.

Йәмәғәт күҙәтеүе
Тауыш биреүҙең бөтә этаптарында һәм тауыштарҙы һанағанда йә­мәғәт күҙәтеүселәренең эше тәьмин ителәсәк. Ҡануниәткә ярашлы, күҙәтеүселәрҙе Рәсәй Федерация­һының Йәмәғәт палатаһы һәм ил төбәктәрендәге йәмәғәт палаталары тәғәйенләй.

Ентеклерәк мәғлүмәтте https://www.oprf.ru/ сайтында табырға була.

Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен ойоштороу һәм үткәреү буйынса тулы мәғлүмәт www.cikrf.ru, конституция2020.рф сайттарында бирелә.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссия­һының мәғлүмәт-белешмә үҙәге операторы: 8 800 20 000 20.
Читайте нас в