Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә коронавирусты йоҡторғандар һаны 61-гә артҡан. Шулай итеп, республикала сиргә дусар булғандар 4 547-гә етте.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, сирлеләрҙең күбеһе, йәғни 82 проценты, 26 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләр. Стационарҙа бөгөн 1030 ауырыу дауалана, 41-е – ауыр хәлдә. Амбулатор дауалауҙа – 1625 кеше. Һуңғы ваҡытта коронавирус инфекцияһы осраҡтарының аҙ ғына булһа ла кәмеүе күҙәтелә.
Тағы бер һөйөнөслө хәбәр: Өфө эргәһендәге яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһынан тәүге дүрт пациент һауығып сыҡҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 8 246 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған. Күпселек ауырыуҙар төбәктәргә тура килә. Пандемия осоронда илдә бөтәһе 537 210 кеше вирусты йоҡторған һәм 7 091 ауырыу вафат булған. Барлығы 284 539 пациент һауыҡҡан.