+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 18:15

Тауыш биреү хәүефһеҙ булһын өсөн

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә уҙасаҡ, әммә коронавирус инфекцияһы уны үткәреүгә йоғонто яһамай ҡалманы – ваҡыты 22 апрелдән 1 июлгә күсерелде. Рәсәй Президенты граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Үҙәк һайлау комиссияһы вәғәҙә итеүенсә, Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһы хәүефһеҙ шарттарҙа уҙасаҡ.

Ошо йәһәттән Башҡорт дәүләт университеты доценты, сәйәси фәндәр кандидаты Сергей ГОРБАЧЕВ түбәндәге фекере менән уртаҡлашты:
  • Минең уйлауымса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күреләсәк – һайлау участкаларына ингән саҡта һәр кемгә бирсәткә, маска, ручка таратыласаҡ. Бындай шарттарҙа тауыш биреүҙең ыңғай миҫалы бар. Мәҫәлән, яңыраҡ Көньяк Кореяла һайлау үтте һәм унда бөтә һаҡланыу саралары күрелде, шуға ла инфекция таралыуына юл ҡуйылманы. Беҙҙең илдә лә ошондай уҡ саралар күреләсәк.
  • Был тауыш биреүҙә ҡатнашыу бик мөһим, сөнки граждандарҙың әүҙемлеге илебеҙ өсөн мөһим Документты ҡабул итеүгә йоғонто яһаясаҡ. Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙән социаль һәм пенсияны индексациялауҙағы гарантиялар, ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау кеүек үҙгәрештәргә халыҡты битараф ҡалмаҫ, үҙ һүҙен әйтер, тип ышанам.
    Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
    Читайте нас: