+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 04:20

Юл йөрөү хәүефһеҙлеге өсөн

Өфөлә 2017 йылдан алып “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә урам-юл селтәренең 112 участкаһы тәртипкә килтерелде.

Өфөлә 2017 йылдан алып “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә урам-юл селтәренең 112 участкаһы тәртипкә килтерелде.
Быйыл юл төҙөү миҙгелендә баш ҡалала 22 участка төҙөкләндереләсәк. Өҫтәүенә, милли проектҡа ярашлы, биш участкала светофорҙар ҡуйыласаҡ. Трамвай һәм Адмирал Макаров, Аксаков һәм Свердлов, Рәсәй һәм Төньяҡ үтеү юлы, 1 Май һәм Маяковский урамдары киҫелешендә, Мәжит Ғафури урамындағы 4-се йорт эргәһендә светофорҙар ҡуйылыуы юл йөрөүселәр өсөн уңайлыҡ тыуҙырасаҡ.
Юл аша сығыу урындарында бейек булмаған 1200 погон метр оҙонлоғондағы тимер кәртәләр ҡуйыу йәйәүлеләрҙе машиналар аҫтында ҡалыуҙан һаҡлаясаҡ, тәртип булдырасаҡ. Был эш йәйге миҙгелдә тамамланырға тейеш.
Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: