+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 17:00

64 кеше коронавирус йоҡторған

16 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 611 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 64-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

16 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 611 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 64-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Республикала 4 611 сирленең 1 940-ы һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә 66 кеше дауахананан сығарылған.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 8 248 осрағы раҫланған, 193 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 9 767 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 545 458 сирле иҫәпләнә, уларҙың 294 306-һы һауыҡҡан, 7 284 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әлеге ваҡытта илдә коронавирусҡа 15,3 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 324 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 312,7 меңдән ашыу кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Читайте нас: