+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 17:35

72 проект еңгән!

Башҡортостандан 72 проект граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә президент гранттарын биреү буйынса икенсе конкурста хуплау алды.

Башҡортостандан 72 проект граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә президент гранттарын биреү буйынса икенсе конкурста хуплау алды.
Иң яҡшылар исемлегендә – фестивалдәр ойоштороу, шул иҫәптән туристик, бард йырҙары һәм балалар ҡатнашлығында музыкаль тамашалар.
Айырып әйткәндә, Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылы “Башҡортостан легендаһы. Архангел районы” фестивален финанслау өсөн 870 мең һум аҡса аласаҡ. Проектты “Тәңре экологик берлеге” коммерцияға ҡарамаған ойошма командаһы тәҡдим иткән.
Салауат районының урындағы педагогик хеҙмәт ветерандары ойошмаһы “Өлкән замандаш өсөн компьютер компетенциялары” проектын тәҡдим иткән. Уны бойомға ашырыуға 448 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыласаҡ еңеүсе проекттар менән Президент гранттары фонды сайтында танышырға мөмкин.
Фото: Рина Гринберг.
Читайте нас: