-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 12:10

Ғимрани хәрефтәрҙе һөйләштергән

З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимраниҙың “Хәрефтәр һөйләшә” исемле китабы баҫылып сыҡты.

Исеменән үк күренеүенсә, китап мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәғәйенләнгән. Автор башҡорт алфавитының һәр хәрефенә тап килтереп, йырлап-көйләп торған шиғырҙар ижад иткән. Улар кескәйҙәрҙе хәрефтәр менән таныштырып ҡына ҡалмай, донъяны, әйләнә-тирәне танып белергә ярҙам итә, тәрбиә бирә. Китапҡа тағы ла бер нисә матур шиғыр индерелеүе, һәр хәреф, шиғыр рәссам Артур Вәсиловтың сағыу һүрәттәре менән биҙәлеүе уны тағы ла мауыҡтырғысыраҡ итә.
Был матур китап - балалар туған телен белһен, өйрәнһен өсөн бик һәйбәт бүләк.
Читайте нас: