+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 18:40

“Салауат вариҫтары сигенеү белмәй”

Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә “Салауат вариҫтары сигенеү белмәй” онлайн-квест үтте.

Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә “Салауат вариҫтары сигенеү белмәй” онлайн-квест үтте.
Бөгөн, милли геройыбыҙҙың тыуған көнөндә уға йомғаҡ яһалды. Сара 2020 йылдың 8 июнендә иғлан ителгәйне. Унда атай-әсәй һәм 16 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләр ҡатнашты. Бөтәһе ғаилә квесына 18 ғариза бирелгән. Башҡортостандан ғына түгел, Ханты-Манси автономлы округынан да ҡатнашырға теләк белдереүселәр булған. Бер нирсә көнө дауамында ғаилә командалары ижади эштәрҙә, шул иҫәптән үҙҙәре менән таныштырыуҙа, “Беҙ – Салауат вариҫтары” һүрәттәр конкурсында, шиғыр яҙыу бәйгеһендә, акробатик пирамидала һәм милли батырыбыҙҙың шәхесен белеүгә викторинала ҡатнашты.
Видеолар менән Ютуб каналында https://www.youtube.com/playlist?list=PLr9is48FrUhnkJgFsvFiFakWxs0Nw5zAt, һүрәттәрҙең фотоларын (https://vk.com/album-128895214_271299054), акробатик пирамидаларҙы (https://vk.com/album-128895214_271320925 ) һылтанмалары аша кереп ҡарап була.
Һөҙөмтәләр буйынса 1-се урынға Абдуллиндар ғаиләһе (латыш тарихи-мәҙәни үҙәге) лайыҡ булған. 2-се урында – Фәхриевтар һәм Юлбарисовтар ғаиләләре (Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге) һәм Яхьяевтар (“Никольский храм” тарихи-мәҙәни үҙәге).
3-сөлә – Лобановтар ғаиләһе (“Красный Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге) һәм Аҡбулатовтар (Төмән өлкәһе, ХМАО-Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге). Шулай уҡ номинациялар ҙа еңеүселәр ҙә билдәләнгән.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡатнашыусыларға - Дипломдар электрон рәүештә ебәреләсәк, ти ойоштороусылар.
Читайте нас: