-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 22:00

Граждандар гарантиялары ныҡлы булырға тейеш

Илебеҙ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Илебеҙ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. халыҡ коронавирустан ҡурҡмайынса тауыш биреүгә килһен өсөн участка һайлау комиссияларында барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күреләсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Төп Закондың 79-сы статьяһына индерергә тәҡдим ителгән төҙәтмәгә ҡарата фекере менән уртаҡлашып, Рәсәй Конституцияһының халыҡ-ара килешеүҙәрҙән өҫтөн тороуы илдең иҡтисади хәүефһеҙлеген һәм территориаль бөтөнлөгөн тәьмин итәсәге хаҡында белдерҙе.
“Минең уйымса, бәлки, был әллә ни күренеп бармаған, әммә айырым осраҡтарҙа беҙҙең хоҡуҡты халыҡ-ара ҡануниәттән өҫтөн ҡуйған бик мөһим төҙәтмә. Шундай уҡ урын АҠШ Конституцияһында ла бар – бик "хәйләкәр" яҙылған 6-сы статья, ул Америка Конституцияһына нигеҙләнгән федераль закондарҙы, шулай уҡ ратификацияланған халыҡ-ара килешеүҙәрҙе төп закон итеп ҡуя. Йәғни, федераль хоҡуҡ халыҡ-ара хоҡуҡтан юғары тора, әгәр ҙә халыҡ-ара килешеүҙәрҙә АҠШ-тың тотҡондары тураһында һүҙ бармаһа. Әммә улар, әгәр ҡапыл уңайһыҙ булып китһә, статьяны теләгән саҡта ғәмәлдән сығара ала, һәм федераль хоҡуҡ тағы ла халыҡ-ара хоҡуҡтан өҫтөнгә әйләнә. Ғәмәлдә был Америка Ҡушма Штаттарына тулы бойондороҡһоҙлоҡ тойорға юл ҡуя, ҡайһы бер осраҡтарҙа иһә халыҡ-ара майҙандағы эштәре өсөн язаһыҙ ҡалыуға ла булышлыҡ итә. Беҙҙә әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса илебеҙ халыҡ-ара килешеүҙәрҙе, дәүләт-ара органдар ҡарарҙарын күҙәтергә бурыслы, хатта улар милли мәнфәғәттәребеҙгә ныҡ ҡаршы килһә лә”, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. Спикер билдәләүенсә, төп документтағы нормалар, граждандар гарантиялары ныҡлы булырға, уларға бер нәмә лә ҡаршы тора алмаҫҡа тейеш. Шуның өсөн дә ул Конституция. Уға төҙәтмәләр индереп, илебеҙҙең төрлө яҡлап мәнфәғәттәрен яҡлауҙы хәстәрләргә тейешбеҙ.
Фото Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас в