+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 22:10

"Хәтерләйбеҙ, Башҡортостан" проекты башлана

Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иғтибарһыҙ ҡалған ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү ҡарала.

Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иғтибарһыҙ ҡалған ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү ҡарала.
Был турала бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров белдерҙе. Акцияға бөгөн старт бирелде лә инде.
Быйыл ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған меңдән ашыу һәйкәл-обелисктарҙы тәртипкә килтергән. Партия ағзалары киләсәктә "Хәтерләйбеҙ, Башҡортостан" проектын да башларға ниәтләй. Уның сиктәрендә ветерандарҙың ҡәберҙәрен төҙөкләндереү ҡарала.
Рөстәм Әхмәҙинуров, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Башҡортостанда ерләнгән һуғыш ветерандары буйынса электрон хәтер китабы бар, унда 2 мең 956 яу ҡаһарманы хаҡында мәғлүмәт индерелгән, беҙ уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә уйлайбыҙ, тине.
Был проект Башҡортостанда ғына түгел унан ситтә лә тормошҡа ашырылыр тип көтөлә. Рәсәйҙең бер нисә төбәге әле үк ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде.
Читайте нас: