-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 21:35

Ике балалар баҡсаһы асыласаҡ

Стәрлетамаҡта быйыл көҙ "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы асыласаҡ.

Стәрлетамаҡта быйыл көҙ "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы асыласаҡ.
Уларҙың һәр ҡайһыһы 90 урынлыҡ буласаҡ. Дәүләт заказсыһы - Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Генераль подрядсылары - "СтройЦентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Империя" төҙөлөш компанияһы. Баҡсаларҙы былтыр августа төҙөй башлағандар, быйыл йәй аҙағына төҙөп бөтөргә планлаштыралар. Объекттар Көнбайыш 7Б микрорайонында урынлашҡан. Һәр ҡайһыһының майҙаны 1 391,0 квадрат метр тәшкил итә. Учреждениелар барлыҡ заман талаптарына яуап бирәсәк, шул иҫәптән тирә яҡ биләмәне тәртипкә килтереүҙе һәм балалар майҙансығында йәрәхәтләнеүҙән һаҡлаған махсус япма түшәүҙе лә. Әлеге көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ҡыйыҡ ябыу эштәре тамамланып бара, тәҙрәләр ҡуйылған. Эске инженер коммуникацияларын үткәреү, стеналарҙы штукатурлау кеүек эштәр ҙә алып барыла. Елләтелеүсе фасад монтажы эштәре тамамланыу өҫтөндә.
- Стәрлетамак хәҙер көнбайыш йүнәлештә әүҙем үҫә. Яңы йорттарға бәләкәй балалары булған йәштәр күпләп күсә. Шуға ла балалар баҡсаһында урындарға ҡытлыҡ тойолғайны. Тап ошо проблеманы хәл итер өсөн ҡалала бер нисә баҡса бер юлы төҙөлә. Улар башҡа балалар баҡсаһына төшкән көсөргәнеште кәметергә ярҙам итәсәк, - ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Республика адреслы инвестиция программаһы һәм "Демография" милли проекты сиктәрендә 23 балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас в