-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 21:25

Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-ток” тапшырыуында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-ток” тапшырыуында ҡатнашты һәм Зубов ҡасабаһындағы яңы клиник- диагностик йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-ток” тапшырыуында ҡатнашты һәм Зубов ҡасабаһындағы яңы клиник- диагностик йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы тураһында һөйләне.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ошондай ҙур проектты тормошҡа ашырған Башҡортостандан өлгө алырға ҡушты. ”Бының тиражын арттырырға кәрәк, Оборона министрлығы ла шуға оҡшаш өлгөләрҙе күрһәтә.. Улар бындай госпиталде төҙөүҙә беренселәр рәтендә булды. Был дөрөҫ аҙым – тиҙ, сифатлы һәм функциональ төҙөү.”
Михаил Мурашко 55 көндә әҙер булған госпиталгә ҙур баһа бирҙе.
”Ысынлап та, был дауахананы төрлө профилдә файҙаланырға мөмкин. Объект проекты грамоталы эшләнгән. Ҡурай сәскәһенең таж япраҡтарын хәтерләткән бинаны бокстарға, секцияларға айырырға мөмкин”.
Ток-шоуҙа ҡатнашҡан Елена Малышева һәр ваҡыттағыса хис-тойғоларға бирелеп, Башҡортостандағы яңы дауахананы “супер дауахана”, “был - әкиәт” тип билдәләне һәм республика етәкселегенең табиптарға һәм медицинаға ҡарашын юғары баһаланы.
-Беҙ иң насар сценарийға әҙерләндек һәм шуға күрә ҙур койко-урын фондын булдырырға тырыштыҡ. Ғәҙәти күп функциялы дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороу - бик ҡатмарлы эш. Башҡа сирҙәр ҙә баш ҡалҡытып тора. Шуға күрә йоғошло ауырыуҙарҙы бер урында дауалауҙы ойошторорға булдыҡ, - тине Радий Хәбиров һәм учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас в