+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 21:45

Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен байрам айҡанлы ҡотланы

Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо матур байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо матур байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
“Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Ысын йөрәктән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Һеҙҙең изге эшегеҙ ысын хөрмәт уята. Юғары һөнәри оҫталығығыҙҙы, тәжрибәле, кешелекле булыуығыҙҙы, хеҙмәт бурысығыҙ алдында үҙегеҙҙе ҡорбан итә алыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.
Бөгөн коронавирус инфекцияһы менән көрәштә иң алғы сафтаһығыҙ. Планетабыҙҙағы барлыҡ кешеләр һеҙгә “Рәхмәт!” тип әйтә. Һеҙ – ысын геройҙар. Мин һеҙҙең менән ғорурланам.
Кешеләрҙе ҡотҡарам тип ғүмерен биргән медицина хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен йөрәктәребеҙҙә һаҡларбыҙ. Һеҙҙе рәхмәт тойғолары менән солғап алырбыҙ, хеҙмәтегеҙ, ғаиләгеҙ өсөн лайыҡлы шарттар булдырырбыҙ.
Хөрмәт һәм дан һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар! Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет теләйем!” - тиелә ҡотлау һүҙендә.
Читайте нас: