+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 21:00

Улар һәр саҡ алғы сафта

Кисә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Красноусол үҙәк район дауаханаһында байрамға арналған тантаналы сара үтте.

Кисә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Красноусол үҙәк район дауаханаһында байрамға арналған тантаналы сара үтте.
Район халҡының сәләмәтлеге һағында тороусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, дауахананың баш табибы Алик Йәнешев һәм уның урынбаҫарҙары тәбрикләне. Сығыш яһаусылар барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, уңыштар теләне. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә ведомствоның наградалары, район Советының һәм район Хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: