Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин онлайн-брифингта коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 52 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 5011-гә етте. Һауыҡҡандар – 2482 (һуңғы тәүлектә 97 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында – 775, амбулатор шарттарҙа 1736 кеше дауалана.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 38 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 80 кеше дауахананан сығарылған.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республикала 344 931 кеше тикшерелгән. Бер тәүлектә 4810 тикшереү уҙғарылған.