+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 11:45

Еңеүселәргә – гранттар

Башҡортостанда беренсе тапҡыр IT-технологиялар өсөн күләмле төбәк акселерация программаһы ғәмәлгә индерелә.

Башҡортостанда беренсе тапҡыр IT-технологиялар өсөн күләмле төбәк акселерация программаһы ғәмәлгә индерелә.
Инициаторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы. Программа ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярты йыл дауамында республика ҡалаларында арауыҡта мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә стартап көндәре, семинарҙар, хакатондар, митаптар, тренингтар ойоштороу күҙаллана. Саралар Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә үткәрелә.
– Төбәк акселерация программаһының төп эксперттары IT-эшләнмәләргә финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре, атап әйткәндә, Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды конкурстары тураһында һөйләйәсәк. Был конкурстарҙа еңеүселәр 500 меңдән 20 миллион һумға тиклем грантҡа иҫәп тота ала. Спикерҙар ентекле консультация үткәреп, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Вебинарға студенттар, ғалимдар, инженерҙар һәм IT-технологиялар өлкәһендә үҙҙәренең яңы проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән эшҡыуарҙар саҡырыла, – тип белдерҙеләр министрлыҡтан.
Программала ҡатнашыу өсөн https://startuprb.timepad.ru/event/1339298/ һылтанмаһы буйынса теркәлеү шарт. Һанлы проекттар өсөн грант программаларына онлайн-байҡау 23 июндә көндөҙгө сәғәт 5-тә була.
Фото: it.bashkortostan.ru
Читайте нас: