-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 15:55

Ҡәҙимге тормошҡа яҡынлайбыҙ

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы тикшереүҙән башланды.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы тикшереүҙән башланды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 4959 сирле иҫәпләнә, зарарланыусылар тәүлек эсендә 53 кешегә артҡан. Үҫеш тиҙлеге бер процент тәшкил итә.

Ҡәҙимге тормошҡа яҡынлайбыҙ

Күренеүенсә, республикала хәл бер ни тиклем контролгә алынды. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе аҙнанан мәсет һәм сиркәүҙәрҙе асырға рөхсәт итте.

– Миңә рухани лидерҙар мөрәжәғәт итеп, изге йорттарҙы асыуҙы һораны. Быны “Роспотребнадзор” талаптарын иҫәпкә алып, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. 29 июндән асырбыҙ, тип уйлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләр ҙә бынан ары офлайн режимда үтә башлаясаҡ.

– Коронавирусҡа бәйле хәлде анализлап, табиптар менән кәңәшләшәйек һәм киләһе аҙнанан күҙгә-күҙ осраша башлайыҡ. Был файҙаға ғына булыр, – тине ул.

Алдан белдереүебеҙ буйынса, 3 июлдән мәктәп лагерҙары ла эш башлаясаҡ. 1 июлдән һауыҡтырыу лагерҙары асыласаҡ.

Хәл контролгә алынһын!

Кәңәшмәләрҙә юлдарҙағы авариялар һәм республикала булған ғәҙәттән тыш хәлдәр иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Уҙған аҙна ике йәһәттән дә ауыр килде: ни бары ике-өс көн ара менән ике бала иҫерек водителдән тапалып һәләк булды.

Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев бел­дереүенсә, үткән аҙнала 83 авария теркәлеп, уларҙа 108 кеше йәрәхәтләнгән, туғыҙ кеше һәләк булған.

– Йәмәғәтселек ҡәнәғәт түгел. Ике баланы иҫеректәр тапаны бит. Бында ЮХХДИ-ға ла һорауҙар күп. Ошо йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк. Был аҙнала үҙ-ара һөйләшегеҙ, проблеманы хәл итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар, һыуға батыуҙар тураһында һөйләне. Был йәһәттән дә һандар ҡыуандырмай. Һыуға батҡан кешеләр һаны артҡандан-арта. Республикала рәсми рәүештә 52 пляж асылған, тик бөтөнләй пляжы булмаған райондар ҙа бар.

– Кешеләрҙең батыуына бәйле ауыр аҙна булды. 21 муниципалитетта һаман пляждар асылмаған. Беҙ был турала һөйләшкәйнек, беҙҙә йәй матур, һыу объекттары күп. Әлегә берешәр булһа ла пляж асылһын, киләһе аҙнала хәл тәртипкә килергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.

Мәҙәниәт учреждениелары ла асылыр

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Мәҙәниәт” милли проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.

– Дөйөм алғанда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 2024 йылға тиклем 85 мәҙәни объектты капиталь ремонтлау һәм төҙөү планлаштырылған. Быйыл иһә реновация сиктәрендә 13 районда мәҙәниәттең 15 объектын капиталь ремонтлау бара. Был – клубтар һәм китапханалар, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Дөйөм алғанда, быйыл 20 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Улар араһында Сибай филармонияһы, Илеш районының Ябалаҡлы ауылында 300 урынлыҡ клуб бар. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжы һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры биналары ремонты тамамланып килә.

Йылайыр ауылында 19,4 миллион һумлыҡ федераль аҡсаға Мәҙәниәт һәм ял үҙәге капиталь ремонтлана.
– Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән, 2019 йылдан алып беренсе тапҡыр мәҙәниәт учреждениелары реновация өсөн республика бюджетынан субсидия ала башланы. Былтыр был маҡсатта 135 миллион һум бүленһә, быйыл – 265 миллион һум, – тине министр.

Планлаштырылған 15 объекттың туғыҙын капиталь ремонтлау билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамланасаҡ. Яңыртылған мәҙәниәт объекттарын асыу июль-август айҙарында көтөлә.

Уның сығышын тыңлап бөткәс, Башҡортостан Башлығы Әминә Шафиҡоваға мәҙәниәт объекттарын асыу һәм күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы үткәрә башлау мөмкинлеген уйларға һәм тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, 24, 26, 27 июндә Башҡортостанда күп кешеләр ҡатнашҡан ҙур саралар, 30 июндә Халыҡ-ара форум үтәсәк. Уларҙа ҡатнашыусылар һаны 50-нән артыҡ буласаҡ. Шуға күрә юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

Өфөлә күңел йырлай!

Башҡортостан Башлығы сираттағы тапҡыр “Таҙалыҡ көндәре”н үткәреү зарурлығы тураһында хәтергә төшөрҙө. Уның фекере буйынса, республикала бөтә ҡала һәм райондар аҙнаһына бер тапҡыр “санитар йома” ойошторорға тейеш.

– Үлән сабылһын, сүп-сар йыйып алынһын. Беҙҙең ҡалалар таҙа булһын, – тине ул. – Тәьҫораттарым менән уртаҡлашам: ике көн буйы эш сәфәре һәм шәхси эштәрем буйынса Өфө буйлап йөрөнөм. Минең күңелем йырланы. Хистәремде башҡаса әйтә алмайым да, бөтә ерҙә лә тап-таҙа ине. Минең генә түгел, башҡа хеҙмәттәштәремдең дә фекере буйынса Орджоникидзе районы баш ҡаланың иң таҙа районына әйләнеп бара. Башҡа райондарҙа, проспект буйынса ла йөрөүе күңелле. Команда эшләй, бының өсөн ҙур рәхмәт.

Радий Фәрит улы, был йәһәттән башҡа ҡала һәм райондар ҙа Өфөгә тиңләшергә тейеш, тине. Был эш өсөн һәр муниципалитетҡа махсус аҡса бүленә.

Беҙ һайлауға әҙер

25 июндән 1 июлгә тиклем ил халҡы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш бирәсәк. Башҡортостан был мөһим сәйәси сараға ныҡлы әҙерлек алып бара. Улар тураһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне. Ул белдереүенсә, республиканың барлыҡ участка комиссиялары санитар талаптарҙы үтәп, һайлауҙы үткәреүгә әҙер. Бөтә территориаль һайлау комиссиялары ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, улар участка комиссияһы ағзалары өсөн дә, һайлаусылар өсөн дә тәғәйенләнгән.

230 участка һайлау комиссияһында КОИБ-тар эшләйәсәк, ә бөтә участкаларҙа ла һөҙөмтә протоколы QR-код технологияһы аша иҫәпләнәсәк. Комиссияларға 3 миллион 47 мең бюллетень тапшырылған, уларҙың 13 проценты башҡорт телендә, ете проценты – татар телендә. Һайлау һөҙөмтәләре 3 июлдән дә һуңға ҡалмай билдәле буласаҡ.

“Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса һайлауға ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. Ул гражданға, йәшәгән урынына ҡарамай, теләһә ниндәй участкала һайлау мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан Башлығы 65 йәштән өлкән кешеләргә иғтибарлы булырға ҡушты. Шулай уҡ йоғошло ауырыуҙар дауаханаларының “ҡыҙыл зона”ларында һайлау нисек ойоштороласаҡ тип тә ҡыҙыҡһынды.

– Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы “ҡыҙыл зона”ларға бармаҫҡа кәңәш итте. Әгәр сирлеләрҙең һайлау теләге бар икән, унда инеү хоҡуғы булған комиссия ағзалары уларға бюллетендәр килтерәсәк һәм дезинфекциянан һуң улар иҫәпләнәсәк, – тине Илона Макаренко.

Радий Фәрит улы барлыҡ санитар нормаларҙы теүәл үтәргә ҡушты.
– Беҙҙең кешеләрҙең әүҙемлеген белә тороп, 1 июлдә участкала кешеләрҙең күп булыуы көтөлә. Был көндө бик иғтибарлы эш итергә кәрәк. Кешеләр өсөн хәүеф булмаһын, – тине ул.
Читайте нас: