+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 14:25

Телемарафонда - табиптар

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Быйыл иһә республикала һаулыҡ һағы уңғандарын 26 июндә тәбрикләйәсәктәр. Ошо уҡ көндә Өфөлә аҡ халатлыларҙың парады үтәсәк. 12.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тантананан тура эфир һәм телемарафон була.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 154 медицина ойошмаһы, 149 дауалау-профилактика учреждениеһы эшләй. Һаулыҡ һағы өлкәһенә һанлы технологиялар индереү маҡсатында 132 ойошма мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалдары менән йыһазландырылған, 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты Интернет селтәренә тоташтырылған.
Читайте нас: