+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 21:55

Акцияларға әүҙем ҡушылдылар

Бөгөн, Бөйөк Еңеү парадын үткәргән көндә Красноусолдағы балалар спорт-уйын майҙансығында “Мин аҡбур менән төшөрәм” акцияһы үтте.

Бөгөн, Бөйөк Еңеү парадын үткәргән көндә Красноусолдағы балалар спорт-уйын майҙансығында “Мин аҡбур менән төшөрәм” акцияһы үтте.
Уны ойоштороусы Балалар ижады үҙәге педагогтары балаларға асфальтта аҡбур менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына хәрби темаға һүрәттәр төшөрөргә тәҡдим итте.
Балаларҙың ижад емештәре Тыныслыҡ һәм Еңеү символдарын сағылдырҙы. Ойоштороусылар кескәйҙәрҙе татлы приздар менән һыйланы.
Аҡ күгәрсен – тыныслыҡ билдәһе
Бөгөн шулай уҡ илдә “Тыныслыҡ күгәрсене” Бөтә Рәсәй флешмобы ойошторолдо. Ғафури районының Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә акцияға әүҙем ҡушылып, ҡағыҙҙан күгәрсен һынын эшләп фотоға төшөрөп, уны социаль селтәрҙә, #ТыныслыҡКүгәрсене, #ЕрҙәТыныслыҡ хештегтарын ҡуйып, “осороп ебәрҙе”. Аҡ күгәрсен – донъялағы иң танылған билдә. Ул тыныслыҡтың һәр кем өсөн шул тиклем ҡиммәтле икәнлеген белдерә һәм уны киләсәк быуындар ҙа тыныс тормошта йәшәһен өсөн һаҡлау кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
Ошо уҡ көндө балалар тағы ла бер – Еңеүселәр парады йыр һәм шиғыр акцияһында ҡатнашып, видеояҙмалар төшөрҙөләр.
Читайте нас: