+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 11:45

Уртаҡ йортобоҙ хаҡында хәстәрлек

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение, ойошма, предприя-тиелар етәкселәре менән уҙғарған сираттағы оператив кәңәшмә төҙөкләндереү мәсьәләһенә арналды.

Фәнзил Фәйез улы төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың 2020 йылды респуб-ликала Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан итеүенә туҡталып, ошо йүнәлештә районда алып барылған эштәрҙе билдәләп үтте.
- Беҙ тәү сиратта үҙебеҙҙең уртаҡ йортобоҙ тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Шуға күрә һәр аҙна Таҙалыҡ көндәре ойошторола, өмәләр үтеп тора. Уларҙа үҙҙәренә тәғәйен биләмәләрҙе тәртиптә тотоп, таҙартыусы ойошма-предприятиелар ғына түгел, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашһын ине. Быйыл юлдар төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ауылдарҙағы асфальт юлдарҙа соҡорҙар ямалды, ра-йон үҙәгендә йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөлә һ.б. Районыбыҙҙа зауыҡлы биләмәләр, биналар күп, ләкин етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Уларҙы бер төптән эшләгәндә генә бөтөрөп буласаҡ.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллина Красноусолдың үҙәк урамдарының торошона байҡау яһаны (фотолар слайдтарҙа күрһәтелде). Етешһеҙлектәр башлыса юл буйҙарында, ҡайһы бер магазин, ойошмалар алдында үҫеп ултырған бейек үләндәргә, ауып барған ҡоймаларға, буялмаған бордюрҙарға, күп фатирлы йорттар эргәләрендәге сүп-сар контейнерҙарына, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тура килмәгән мунса, һарай, гараж һәм башҡа биналарға ҡағылды.
Кәңәшмә һуңында Ф.Ф.Сыңғыҙов унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла үҙ биләмәләрендә тәртип һәм таҙалыҡ булдырырға, өмәләргә бар халыҡты йәлеп итергә саҡырҙы. Һәр кемдең дөйөм эшкә ҡушылып, районыбыҙ йөҙөн тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ итер өсөн тырышырына ышанысын белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Таҙалыҡ көндәрендә йәки һәр йомала биләмәләрҙә таҙартыу эштәре үтергә тейеш.
Читайте нас: