Ил Президенты Владимир Путин тағы бер тапҡыр Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Мөһим ваҡиғалар алдынан булған был сығышты халыҡ көтөп алды. Владимир Владимирович өмөттәрҙе аҡланы. Коронавирус пандемияһына бәйле халыҡҡа тағы ярҙам саралары тәҡдим ителде. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап үтәбеҙ.
* медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн барлыҡ дәртләндереү һәм федераль түләүҙәр июль, август айҙарында ла түләнәсәк. Табиптар, ҡасан ялға китеүенә ҡарамай, уларҙы аласаҡ;
* социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн түләүҙәр 15 сентябргә тиклем оҙайтылды. Бында ла ялға киткәндәр ҙә аҡса аласаҡ;
* июлдә 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн тағы 10-ар мең һум аласаҡ. Быға тиклем түләүҙе алыуға ғариза биргәндәргә аҡса автоматик рәүештә киләсәк;
* ике ата-әсә лә эшен юғалтҡан ғаиләләр һәр балаһына 3-әр мең һум аҡса аласаҡ, шулай уҡ эшһеҙлек буйынса юғары пособие июль һәм август айҙарында ла дауам итәсәк;
* йылына 6,5 процент ставка менән ташламалы ипотека төбәктәрҙә 6 миллион һумға һәм Мәскәү менән Петербургта 12 миллион һумға тиклемге фатирҙарға биреләсәк;
* 2021 йылдың 1 ғинуарынан йылына биш миллион һумдан күберәк аҡса эшләгәндәр өсөн НДФЛ ставкаһы 13 проценттан 15 процентҡа тиклем күтәреләсәк. Күтәрелгән ставка 5 миллиондан артығыраҡ өлөшөнә генә һалынасаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенә, төбәк властарына, Рәсәй банкына илдең иҡтисади кимәлен 2021 йылда көрсөккә тиклемге кимәлгә еткереү өсөн саралар күрергә ҡушылды.
Бынан тыш, бизнес һәм иҡтисадтың зыян күргән тармаҡтарына ярҙам төрҙәре лә ҡаралған. Владимир Путин Рәсәй халҡына пандемияның иң ауыр осорон лайыҡлы үтә алған өсөн рәхмәт әйтте. Ирекмәндәр, губернаторҙар, мэрҙар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтелде. Шулай ҙа Владимир Путин илдә әлегә эпидемия бөтмәүенә баҫым яһаны. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хәл әле һаман ауыр. Тик тиҙ арала эш итеү механизмы булдырылды, һәм бер кем дә бәлә менән яңғыҙы ҡалмаясаҡ.