-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 13:40

Өфөлә баш ҡалаға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыла

24 июндә Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыу башланды. Ҡалаға ошо исемде биреү өсөн Өфө мэры Өлфәт Мостафин, Өфө митрополиты һәм Стәрлетамаҡ владыкаһы Никон, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, ҡала Советы депутаттары үҙ тауышын ҡалдырҙы инде.

Ҡала мэры һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөгә 100 000 ашыу кеше, 60-тан артыҡ предприятие күсерелә. «Һәр дүртенсе двигатель беҙҙең яғыулыҡ менән тәьмин ителә, ә фронт өсөн күпме гимнастерка һәм башҡа әйберҙәр тегелә. Беҙ беренселәрҙән булып ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булырбыҙ тип ышанам», — тип билдәләне Өлфәт Мостафин.
Тауыш биреү Өфө тарихы музейында бара. Ул иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-се 30 минутҡа тиклем эшләй, дүшәмбе – ял. Ҡултамға йыйыуҙа 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Бөтә ҡултамғалар Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ғаризаға индерелә.
Белешмә:
2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреү тураһында» 41-се федераль законға ҡул ҡуйҙы. Бындай исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм граждандар продукцияһы етештереп, хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.
Читайте нас в