Билдәле булыуынса, Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июль иғлан ителеп, әммә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 250/1840-7-се һанлы ҡарарына ярашлы, граждандар 25-нән 30 июнгәсә һайлау участкаларында тауыш бирергә мөмкин: 25-30 июндә – 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә, 1 июлдә – 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә. Үҙең менән паспорт алып килергә.
Бындай мөмкинлек һайлаусыларға һайлау көнө - 1 июлдә, һайлау участкаларында күп кеше йыйылыуын сикләүҙән сығып бирелә. Тауыш биреүселәр өсөн башҡа хәүефһеҙлек саралары ла күреләсәк. 65 йәшлек һәм өлкәнерәк граждандарға, республикала имен булмаған эпидемиологик шарттарҙа үҙ аллы изоляция режимы дауам итеүе менән бәйле, айырым иғтибар бүленә. Бындай һайлаусыларға өйҙә тауыш биреү яҡшыраҡ буласаҡ. Бының өсөн мотлаҡ участка комиссияһына телефон аша мөрәжәғәт итергә кәрәк (телефондар таратып сығылған тауыш биреүгә саҡырыуҙа күрһәтелгән). Участка һайлау комиссияһына тауыш биреүҙә ҡатнашыусы ғына түгел, уның яҡын кешеһе йәки социаль хеҙмәткәр ҙә шылтырата ала.
Барығыҙҙы ла Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуп-лау мәсьәләләре буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға үҙ һайлау участкаларығыҙға саҡырабыҙ. Үҙ гражданлыҡ позицияңды белдереү йыш булмай, шуға ла уның менән мотлаҡ файҙаланырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, Рәсәйҙең киләсәген бергәләп һайлайыҡ!
Римма ЗВЕРЕВА,
Ғафури районы Территориаль һайлау
комиссияһы рәйесе.