+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 14:00

Сәләмәт тормошто яҡлап

Был көн наркотиктарҙың шәхес, уның әйләнә-тирәһе һәм барлыҡ йәмғиәт өсөн ҙур фажиғә икәнен хәтерләтеп тороу булараҡ 1987 йылдан башлап, инде 33 йыл буйы билдәләнә.

Илебеҙҙә бөтәһе 420 меңдән ашыу наркотик ҡулланыусы теркәлгән, шуларҙан 5 меңдән ашыуы – бәлиғ булмағандар. Йыл һайын наркотиктар менән ағыуланып 15 меңдән ашыу кеше үлә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға йүнәлтелгән саралар күрелеп тора. Йылына наркотик һәм психотроп матдәләрҙең, уларҙың прекурсорҙарының законһыҙ әйләнеше менән бәйле ике йөҙ меңдән ашыу енәйәт асыла, әйләнештән 20 тоннанан ашыу наркотик матдәләр тартып алына. Үҫмерҙәрҙә һәм йәштәрҙә наркотиктарға ихтыяжды кәметеү, уларҙы ҡулланыуҙан баш тартыуҙы һәм сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү – ата-әсәләрҙең, дәүләт органдарының, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының төп бурысы. Тап шуның өсөн дә 26 июндә йәштәр өсөн киң ҡоласлы саралар уҙғарыу беҙҙең илдә матур йолаға әйләнде. Былтыр Рәсәй Эске эштәр министрлығы уҙғарған Бөтә Рәсәй еңел атлетика уҙышы тап шундай ваҡиға булып торҙо.
Быйылғы йыл тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә лә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Барлыҡ күмәк саралар туҡтатылһа ла, онлайн тәртиптә Сәләмәт тормош (ЗОЖ) марафоны үтәсәк, унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Сара программаһында – чемпион менән зарядка, фәнни-өйрәнеү минуттары, интерактив уйындар, спорт буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар.
Ильяс РӘХМӘТУЛЛИН,
эске эштәр бүлеге начальнигы,
полиция подполковнигы.
Читайте нас: