+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 20:55

Тарихта ҡалыр парад

Өфөләге Совет майҙанынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәр хаҡында яҡшы беләбеҙ. Ә бөгөн ошо майҙанға яҡын урамдан бөтә донъяны ялмаған коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығындағы һәм кеше ғүмере өсөн көрәшеүсе аҡ халатлылар парады үтте.

Өфөләге Совет майҙанынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәр хаҡында яҡшы беләбеҙ. Ә бөгөн ошо майҙанға яҡын урамдан бөтә донъяны ялмаған коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығындағы һәм кеше ғүмере өсөн көрәшеүсе аҡ халатлылар парады үтте.
Улар бөгөн үҙҙәренең профессиональ байрамдарын билдәләй. Эйе, мәкерле сир менән көрәш көнө-төнө дауам итә, әммә беҙҙең медицина тармағы үҙенең һәр ҡатмарлы осраҡтан да сыға белеү оҫталығын бөтә илгә күрһәтте, көсөргәнешле хәлдән лайыҡлы сыҡты.
Аҡ халатлыларҙың төрлө флагтар тирбәлгән аҡ тулҡыны колонналарға теҙелә, тәүге рәттәрҙә бөгөн юғары наградалар менән бүләкләнгән медицина хеҙмәткәрҙәре, ойоштороусылар, етәкселәр, шәфҡәт туташтары. Республиканың бөтә медицина округтарынан йыйылған үҙ эшенең оҫталары өсөн был тарихи парад ғүмерҙә иҫтә ҡалыр. Унда Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, ирекмәндәр ҡатнаша. Алғы һыҙыҡты “Медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!” тигән ябай, әммә ысын күңелдән сыҡҡан йылы һүҙҙәр яҙылған плакат биҙәй. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова колонналар үткәндә парадты ойоштороу, тармаҡтағы үҙгәрештәр, ҡатмарлы осорҙа иң яҡшы сифаттарын асҡан алдынғы хеҙмәткәрҙәр менән таныштырҙы.
Уның әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2020 йылға республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағына 5,6 миллиард һум аҡса бүленгән, былтыр 28 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән, ике балалар поликлиникаһы ремонтланған, быйыл уңыштар тағы ла ҙурыраҡ. Парад ваҡытында хәбәрселәр тамашасыларҙы ҡатмарлы мәлдә батырлыҡ өлгөһө күрһәткән белгестәр менән таныштыра барҙы. Башҡортостанда 82 мең медицина хеҙмәткәре, 154 медицина учреждениеһы, ике мең ФАП иҫәпләнә. Пандемия арҡаһында тиҙ арала байтаҡ дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡорорға тура килгән. Министр урынбаҫары был йәһәттән Дим биҫтәһендәге медицина учреждениеһы эшмәкәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Колонналар “Торатау” конгресс-холынан йәйге амфитеатрға табан ыңғайлай, уларҙы бында Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт етәкселәре ҡаршы алды.
Радий Хәбиров бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәрен бары рәхмәт әйтеү өсөн генә йыйыуҙарын белдереп, уларҙың көсөргәнешле шарттарҙағы хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе. Башҡортостан Башлығы байтаҡ белгестәргә ил һәм республика наградаларын тапшырҙы. Ошо сарала тәү тапҡыр Григорий Аксаков исемендәге ордендар лайыҡлыларға бирелде.
Был байрамдың тағы ла бер сағыу биҙәге - дауаханаларҙың баш табиптарына санитар машиналары асҡыстарын тапшырыу булды. Матур, йөкмәткеле концерт беҙҙең алтын ҡуллы, оло йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен тулыраҡ еткергәндер.
ФОТО:ГТРК.РБ
Читайте нас: