+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 17:00

Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана “Арт-КВАДРАТ” ижади киңлек майҙансығында булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана “Арт-КВАДРАТ” ижади киңлек майҙансығында булды.
– Мин бөгөн был осрашыуға, беҙҙең “Арт-КВАДРАТ”ҡа ҙур теләк менән килдем. Ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа ла ошондай матур майҙансыҡтар юҡ. Уны беҙҙең мәҙәниәтте, тарихты, республиканы һәм тыуған ҡалаларын яратҡан кешеләр барлыҡҡа килтергән. Һәм ул үҙендә гелән һеҙҙең кеүек сағыу һәм талантлы кешеләрҙе йыя, – тип башланы сығышын Радий Хәбиров. – Тәү сиратта рухи, ижади, әхлаҡи хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Үҙемдең яҡтан шуны белдерәм, дәүләт һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәсәк. Айырыуса хәҙер. Мәҙәниәт – тормош нигеҙе. Ул беҙҙән кеше яһай, көс бирә, берләштерә һәм рухыбыҙҙы нығыта.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, тап уҡыған китаптар, ҡараған спектаклдәр һәм фильмдар беҙгә ауыр булған ҡурсаланыу режимын еңелерәк үтеү мөмкинлеге бирҙе. Беҙ изге күңеллерәк, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булдыҡ.
– Беҙҙең бурыс – милли мәҙәниәтте тормошобоҙҙоң мөһим һәм кәрәкле өлөшө итеү. Мәҫәлән, башҡорт костюмы. Ул яйлап ҡына беҙҙең эшлекле, көндәлек тормошҡа инә. Сараларҙа милли элементы булған кейемле кешеләрҙе күрһәм, шатланам. Мәскәү тамашасыһының Зәйнетдин концерттарын яратыуына шатланам. Беҙгә милли мәҙәниәтебеҙҙе заманлаштырырға, алға этәрергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Яңы проекттар килеп сыҡһа, бик шәп. Мәҫәлән, Элвин Грей популяр музыка менән туған телебеҙҙе пропагандалай. Беҙҙә “Арғымаҡ”, Роберт Юлдашев, “ғәскәровсылар” бар. Ҡарағыҙ, нисек Миләүшә Хәйбуллина беҙҙең милли бейеүҙәрҙе дәртле итеп күрһәтә һәм популярлаштыра. Мин бында Айгиз Баймөхәмәтовты күрәм. Уның китаптары күп төрки телдәргә тәржемә ителгән.
Уларҙан тыш, Радий Хәбиров яңыраҡ арабыҙҙан киткән Сергей Красновты телгә алды, башҡа билдәле рәссамдар, музыканттар һәм шағирҙарҙы хәтерләне.
– Беҙҙең бик лайыҡлы һәм мөһим эштәребеҙ ҙә бар. “Атилла” операһы менән Рәсәйҙең Ҙур театры сәхнәһенә ҡайттыҡ. “Ғафури”ҙарҙың “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектакле илдең иң мөһим театр наградаһы – “Алтын битлек”кә лайыҡ булды. “Арғымаҡ” төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанында этнофестивалдең Гран-приһын алып ҡайтты. Тағы бер тапҡыр бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һеҙ - беҙҙең республиканың йөҙө, уның күңеле, беҙҙең алтын фонд һәм ғорурлығыбыҙ, – тине республика Башлығы.
Аҙаҡ Радий Хәбиров алдынғы сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы. Сараны тамамлап, республика артабан да мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм яңыртыу эшен дауам итәсәк, тине етәксе. Әле коронавирус пандемияһы сәбәпле йылдамлыҡ бер әҙ кәмегән. Әммә киләһе йылдан был эш тулы кимәлдә тергеҙеләсәк.
Читайте нас: