-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 17:25

Тауыш биреү бара

Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды .Ғафури районының Ҡотлоғужа ауыл клубында урынлашҡан 1677-сҽ һайлау участкаһында 238 кҽшҽ үҙ тауышын бирҽргә тҽйҽш.

Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Ғафури районының Ҡотлоғужа ауыл клубында урынлашҡан 1677-сҽ һайлау участкаһында 238 кҽшҽ үҙ тауышын бирҽргә тҽйҽш.
Иң ололар булып Ҡотлоғужанан 1929 йылғы Ямал Нафиҡова, 1932 йылғы Фәрхҽтдин Латипов торһа, Яңы Ҡарамыштан 1927 йылғылар Ғәйшә Рәхмәтуллина мҽнән Ғәлимә Ғәлимова иҫәпләнә. Йәштәрҙән Айрат Абдрахманов, Дмитрий Баран, Азамат Иҫәнғилдин, Ралина Сәфәрғәлиҽва, Адҽлина Маннанова - барыһы ла 2002 йылғылар. 65 йәштән өлкәндәрҙе был эшкә яуаплылар өйҙәрҽнә барып һайлатты ла индҽ.
Тауыш биреүселәр битлек, бирсәткә һәм авторучка менән тәьмин ителә, хәүефһеҙлек саралары күрелә.
1677-се участка һайлау комиссияһы Гөлнара Ғафарова белдереүенсә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса ваҡытынан алдан тауыш биреүселәр башлыса – урта йәштәгеләр. Аңлатыуҙарынса, тап 1 июлдә улар йә эштә була, йә сәфәргә сығасаҡ. Ғөмүмән, һайлау участкаларында тәртип-таҙалыҡ, аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай, улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем асыҡ.
Читайте нас: