+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 17:20

Йәштәр өсөн саралар

Башҡортостанда Йәштәр көнө киң билдәләнә. Ул “Действие” төбәк йәштәр онлайн-РеФорумы менән башланды.

Башҡортостанда Йәштәр көнө киң билдәләнә. Ул “Действие” төбәк йәштәр онлайн-РеФорумы менән башланды.
Йәштәр өсөн йыйында бик күп ҡыҙыҡлы саралар үтә: “Росмолодежь” эксперттары менән гранттар, форумдар һәм илдең мөһим йәштәр майҙансыҡтары тураһында фекер алышыуҙар, эшҡыуарлыҡ, социаль проекттар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, оҫтаханалар, уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән онлайн-осрашыуҙар, чемпион менән зарядка, иртәнге концерт һәм башҡалар.
https://clck.ru/NLV3v һылтанмаһы буйынса унда теләгән һәр кем ҡушыла ала.
Баш ҡаланың Ленин урамындағы 10-сы йортта урынлашҡан йәштәр студияһында сертификатлы тренер Зарема Солтанова, «Kumpan» компанияһы хужаһы Михаил Кумпан, «Old School» кавер-төркөмө булды. Онлайн-форумдың алып барыусылары - Дмитрий Каретко менән Лилиә Ҡурамшина.
13.00 сәғәттән 15.30 сәғәткә тиклем Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ эксперттары менән белем биреү өлөшө үтә. Дискуссиялар һәм оҫталыҡ кластары темалары – социаль проектлау, грант бәйгеләре.
15.30 сәғәттән 16.15 сәғәткә тиклем форумды эшҡыуарҙар һәм белгестәр менән онлайн-осрашыуҙар марафоны тамамлаясаҡ.
Онлайн майҙансыҡты республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.
Фотолар Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Читайте нас: