+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 20:10

Яҡташтарыбыҙ бүләкләнде

Кисә баш ҡалабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр. Республикала был байрам тәүге тапҡыр киң итеп билдәләнде. Тантаналы сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Кисә баш ҡалабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр. Республикала был байрам тәүге тапҡыр киң итеп билдәләнде. Тантаналы сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Байрам Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырыу менән башланды. Бер юлы алты майҙансыҡта медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантаналары ойошторолдо. Тәбрикләнеүселәр араһында Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының табип-онкологы Ирек Зиннур улы Фәйзуллин "Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һағы алдынғыһы" знагы менән һәм Еҙем-Ҡаран ауыл-табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Рафаил Камил улы Хәсәнов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы тигән юғары исем менән бүләкләнде. Тантаналы сараларҙан һуң яҡташтарыбыҙ Медиктар парадында ҡатнашты.
Үҙ эшенең оҫталары булып танылған табиптарҙы ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: