+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 13:55

Күсемһеҙ милекте теркәү еңелләшә

25 июндән Башҡортостанда йәшәүселәр күсемһеҙ милекте Росреестр порталында электрон юл менән “Шәхси кабинет” сервисында ла теркәй аласаҡ.

25 июндән Башҡортостанда йәшәүселәр күсемһеҙ милекте Росреестр порталында электрон юл менән “Шәхси кабинет” сервисында ла теркәй аласаҡ.
Ошо көндән Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрының (ФГИС ЕГРН) Федераль дәүләт мәғлүмәти системаһында эшләүгә күсә. Ул Күсемһеҙ милек объекттары дәүләт кадастры (ГКН) һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡ реестры (ЕГРП) базаларын берләштерәсәк.
Республика буйынса Росреестр идаралығы хәбәр итеүенсә, 25 июндән Росреестрҙың рәсми сайтында, https://rosreestr.ru/оформить һылтанмаһы буйынса күсемһеҙ милекте фәҡәт “Шәхси кабинет” сервисы аша теркәп буласаҡ. “Шәхси кабинет”ҡа инеү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында, www.gosuslugi.ru һылтанмаһы буйынса раҫланған мәғлүмәттәр булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла милек менән бәйле хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, теркәү ваҡытын ҡыҫҡартыу, милеккә бәйле мәғлүмәттәрҙең иҫәбен алып барыу һәм анализлау өсөн эшләнә.
“Был үҙгәрештәр төбәктәге Росреестр идаралығының көндәлек эшендә бер нисек тә сағылмаясаҡ. Хеҙмәттәр артабан да закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә нисек күрһәтелгән, шулай уҡ тулы күләмдә күрһәтеләсәк, шул иҫәптән, күп функциялы үҙәктәрҙә лә”, – ти Башҡортостан буйынса Росреестр иаралығы етәксеһе Петр Клец.
Читайте нас: