+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 14:00

Шәфҡәтле һөнәр эйәләре тәбрикләнде

19 июндә Красноусол үҙәк район дауаханаһының тамаша залында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Эпидемиологик ҡатмарлы хәл менән бәйле, сарала коллективтың бер өлөшөнә генә ҡатнашыу мөмкин булды. Кисәлә бар булмыштарын кеше һаулығын һаҡлауға арнаған медицина хеҙмәткәрҙәре адресына бик күп йылы һүҙҙәр, матур теләктәр әйтелде.

19 июндә Красноусол үҙәк район дауаханаһының тамаша залында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Эпидемиологик ҡатмарлы хәл менән бәйле, сарала коллективтың бер өлөшөнә генә ҡатнашыу мөмкин булды. Кисәлә бар булмыштарын кеше һаулығын һаҡлауға арнаған медицина хеҙмәткәрҙәре адресына бик күп йылы һүҙҙәр, матур теләктәр әйтелде.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов менән район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов килде. Йыйылыш барышында районыбыҙ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы А.Р.Йәнешев, район Советы рәйесе З.М.Хафизов, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, дауахананың ойоштороу-методик бүлек мөдире И.З.Фәйзуллин, баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары Х.С.Сәфәрғолов тәбрикләне. Иң-иңдәр (дүрт тиҫтәгә яҡын) төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә лайыҡ булды.
Улар араһында Зареченский ФАП-ы фельдшеры Валентина Владимировна Львова Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы,
педиатрия һәм терапия бүлексәләренең палата шәфҡәт туташтары Ләлә Хәйрулла ҡыҙы Ғүмәрова менән Миңзиә Тимерхан ҡыҙы Мөхәмәтҡолова, поликлиниканың участка табип-терапевы Максим Дмитриевич Никитин Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары, Татар Саскүле ФАП-ы мөдире – фельдшер Клара Әсҡәт ҡыҙы Ҡайғолова, Еҙем-Ҡаран һәм Дарьино табиплыҡ амбулаторияларының участка шәфҡәт туташтары Лариса Флүр ҡыҙы Моталлапова менән Рәйлә Хатмулла ҡыҙы Мещанинова, паллиатив медицина ярҙамы күрһәтеү бүлексәһенең палата шәфҡәт туташы Әнисә Рафал ҡыҙы Сәфәрғәлиева, поликлиниканың участка шәфҡәт туташы Зөлфиә Әүхәҙи ҡыҙы Фәйезова, бала табыу бүлексәһенең процедура шәфҡәт туташы Зөлфиә Хәҙис ҡыҙы Щеголева “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде. Тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, шунса уҡ район Советы һәм хакимиәтенең, Үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамоталарына эйә булды.
26 июндә Өфөлә республиканың һаулыҡ һағы уңғандары тәбрикләнде һәм аҡ халатлылар парады үтте. Районыбыҙҙан тантаналы сараларҙа баш табип Алик Рәмил улы Йәнешев етәкселегендә ике табип ҡатнашты. Республика буйынса 180-ләп юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнеүсе аҡ халатлылар араһында Красноусол поликлиникаһының беренсел онкология кабинеты табип-онкологы Ирек Зиннур улы Фәйзуллин менән Еҙем-Ҡаран ауыл табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Рафаэль Камил улы Хәсәнов та бар ине. Уларҙың тәүгеһенә - “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, һуңғыһына - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ҡотлайбыҙ!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: